Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
11 Февраль 2022, 07:12

Беҙ һеҙҙе ныҡ яратабыҙ

Зәк-Ишмәт ауылыБеҙҙең ҡәҙерле әтейебеҙ, ҡартәтейебеҙ Зәки Шәкир улы ЙОСОПОВ 90 йәшлек оло юбилейын, шулай уҡ ошо көндәрҙә әнейебеҙ, ҡартәнейебеҙ Илзиә Абдрахман ҡыҙы ЙОСОПОВА үҙенең 83 йәшен билдәләй.

Беҙ һеҙҙе ныҡ яратабыҙБеҙ һеҙҙе ныҡ яратабыҙ
Беҙ һеҙҙе ныҡ яратабыҙ

Алтмыш өс йыл бергә иңгә-иң терәшеп ғүмер кисергән яҡындарыбыҙға матур ғүмер байрамдарында күңел түренән сыҡҡан теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлеләребеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, балаларының, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын, һөйөүен күреп, бәрәкәтле, имен тормошта бәхетле оҙон ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ! Барлыҡ ҡылған изгелектәрегеҙ, ярҙамдарығыҙ, балалар тип өҙөлөп йәшәүегеҙ өсөн беҙ һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙ һеҙҙе ныҡ итеп яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм үрнәк алабыҙ!
Һеҙ булғанға, әтей-әней,
Нигеҙебеҙ нурлы, йәмле.
Аҙашҡанда һәр саҡ юл күрһәтеп,
Янығыҙсы йондоҙ шикелле.
Ғүмерегеҙ оҙон, йылдар тыныс булһын,
Ҡояш һипһен һәр саҡ йылыһын.
Сәләмәтлек, ҡыуаныстың
Бирһен Хоҙай иң-иң олоһон!
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, бүләләрегеҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас