Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
11 Февраля 2022, 10:11

Тормош матур, тормош дауам итә

Кеше донъяға кинәнеп йәшәр өсөн тыуа. Тормош бирә алған барлыҡ рәхәттәрҙе, йылыны алырға ынтыла.

Тормош матур, тормош дауам итәТормош матур, тормош дауам итә
Тормош матур, тормош дауам итә

Бәндә бәхете бер минутлыҡ тиһәләр ҙә, һәр кем ана шул минуттарҙың йышыраҡ килеп тороуын теләй.
Кемдеңдер шатланған ваҡытын күрһәң, һиңә лә рәхәт, әйтерһең, унан бөркөлгән нур һиңә лә ҡағыла, йылыта.

Урам буйлап өсәү атлай. Аҙымдары дәртле, маҡсатлы. Зиннур Вәлитов, ҡатыны һәм ҡыҙҙары Динара. Ҡулдарында телевизор. Яңы ғына алғандар, яңы ғына магазиндан сыҡҡан, тиҙерәк, өшөтмәй, алып ҡайта һалырға кәрәк. Оҙон ҡыш кистәрен ғаилә, тимәк, күңелле үткәрәсәк - яңы- яңы инде. Эш телевизорҙа түгел, ысынында, башҡаһында: тормош матур, дауам итә, бергәләр, иҫән-һауҙар. 
Бәхетле минуттар. Килә лә китәләр, шуныһы: улар, бик көттөрмәй, йышыраҡ кире әйләнеп ҡайтһын ине 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас