Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
12 Февраля 2022, 05:34

Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын

Мәҙинә БАЛХИЕВАны ҡотлайбыҙ!

Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһынАп-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын

Таймаҫ ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе минең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған әхирәтем Мәҙинә Кәрим ҡыҙы БАЛХИЕВАны йәшлегенең матур байрамы - 35 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым!
Ҡәҙерле әхирәтем һәр ваҡытта ла яҡты йөҙлө, алсаҡ, мәрхәмәтле йәнле, ҡунаҡсыл, туғандары, яҡындары өсөн йән атып тора. Ул изге йөрәкле, ышаныслы һәм тоғро тормош иптәше, балаларына үрнәкле һәм хәстәрлекле әсәй, яҡындарына һәр саҡ ярҙамсыл булған, тырыш, яҡты күңелле кеше.
Әхирәтем, һине ғүмереңдең күркәм байрамы менән ҡотлап, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйем. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, тормош иптәшеңдең, балаларыңдың изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, иҫәнлек-һаулыҡта йәшәүеңде теләйем.
Күпме булһа ерҙә изге теләк,
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да,
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын,
Тыуған көндөң һәр бер таңында!
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар,
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуар таңдар алып килһен һиңә,
Сәләмәтлек бары шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән әхирәтең Фәнүзә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас