

Яҡшымбәт ауылы
Ҡыштың матур бер мәлендә һөйөклө кешебеҙ - тормош иптәшем, киленебеҙ, еңгәбеҙ, ҡәҙерле әсәйебеҙ Ризәлә Минехәй ҡыҙы САТТАРОВА донъяға ауаз һалған.
Ҡәҙерлебеҙҙең матур юбилейы! Беҙ уға һаулыҡ-сәләмәтлек, ҙур уңыштар, бәхет, шатлыҡ, тигеҙ тормош юлы, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә һәр тыуған көнгә ҡыуанып, үҫтергән балаларының тик изгелектәрен генә күреп, уларға терәк-таяныс булып йәшәүен теләйбеҙ.
Бәхеттәрең оҡшаш булһын ине
Яңы яуған ап-аҡ ҡарҙарға,
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Юбилейың менән ҡотларға.
Килер көндәр бүләк итһен һиңә
Бәхет тулы сыуаҡ иртәһен,
Һаулыҡ-сәләмәтлек, ҙур уңыштар
Бер ҡасанда урап үтмәһен.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Рим, балаларың Роберт һәм Глүзә, Альберт, Рәхим, Айзилә, ҡайның һәм ҡәйнәң, Саттаровтар, Исламғоловтар ғаиләләре.