Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
12 Февраль 2022, 06:20

Собханалла, күҙҙәр теймәһен!

Йәүҙәт менән Лена САКАЕВТАРҙы ҡотлайбыҙ! 

Собханалла, күҙҙәр теймәһен!Собханалла, күҙҙәр теймәһен!
Собханалла, күҙҙәр теймәһен!

Таймаҫ ауылы
Донъяла иң ҡәҙерле кешеләребеҙ атайыбыҙ Йәүҙәт Әбүбәкир улы һәм әсәйебеҙ Лена Саҙрый ҡыҙы САКАЕВТАРҙың иңгә-иң терәп, ҡулға-ҡул тотоноп бергә ғүмер итеүҙәренә 65 йыл тулыу айҡанлы ысын күңелдән тәбрик итәбеҙ. Был матур байрамды - Тимер туйы тиҙәр. Һеҙ ҙә тимерҙәй ныҡ һәм эштә лә өлгөр, ярҙамсыл булдығыҙ. Алты бала үҫтереп, һәр береһен аяҡҡа баҫтырып, оло тормош юлына оҙаттығыҙ. Ошо көндә 14 ейән-ейәнсәр һәм 18 бүлә-бүләсәрегеҙ һеҙҙе ҙурлап, ҡәҙерләп торалар.
Ҡәҙерлеләребеҙ, бөгөн һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе, тик изге теләктәребеҙҙе генә еткерәбеҙ.
Ерҙә йәшәү - һынау бит ул тиҙәр,
Ауырлыҡты бергә еңдегеҙ.
Тормош һуҡмағынан бергә атлап,
Тимер туйығыҙға еттегеҙ!
Хоҙай биргән оло бүләк бит ул
Тигеҙлектә ғүмер итеүҙәр,
Яҙмыш һалған урау юлдарҙан
Иңде-иңгә терәп үтеүҙәр.
Тормош йөгөн бергәләшеп тартыу
Йәмләндерә йәшәү мәғәнәһен,
Шатлыҡтар ҙа, әрнеп илауҙар ҙа
Бергә кисерелгән, һәммәһе...
Кем һоҡланмаҫ һеҙгә ҡарап бөгөн
Собханалла, күҙҙәр теймәһен!
Хоҙай һеҙгә үҙе ярҙам иткән
Һайлағанда тормош иптәшен.
Тағын күп йылдар тигеҙлектә
Матур пар булып йәшәгеҙ.
Сәләмәтлек ныҡлы юлдаш булһын,
Балҡып торһон тормош сәскәгеҙ.
Насип булһын бала, ейәндәрҙең
Изгелеген һеҙгә күрергә.
Һәм беҙгә лә Хоҙай яҙһа ине
Гәүһәр туйығыҙға килергә!
Ҡотлау менән улдарығыҙ Фәрғәт, Илшат, Илфат, килендәрегеҙ Гөлгөнә, Минзиә, Айгөл, ҡыҙҙарығыҙ Ләлә, Рәйлә, кейәүҙәрегеҙ Азат, Миннур, 14 ейән-ейәнсәрегеҙ, 18 бүлә-бүләсәрегеҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас