Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
13 Февраля 2022, 13:19

Исемде кеше биҙәй

Бөтөн Татьяналар ҙа шулай буламы икән? Тиктормаҫ, әрһеҙ, алсаҡ, ябай.  

Исемде кеше биҙәйИсемде кеше биҙәй
Исемде кеше биҙәй
Татьяна Шорскинаны бер генә күр, ошо уй (бөтә Танялар ҙа ошолай) мәңгелеккә йәбешеп ҡаласаҡ. Хәйер, исем кешене түгел, ә, киреһенсә, кеше исемде биҙәй. 
Бөгөн Татьяна Николаевнаның тыуған көнө. Булмағайы тип, үтеп кенә китер инең, булмай, Татьяна үҙе бер нимәне лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ кеше, йәнһеҙҙе лә йәнле итер ҡыҙ. Уны тәү күргәндә үк ғәжәпкә ҡалдырғайны, башҡорт-татар ҙа түгел, ә беҙҙең гәзиткә мөнәсәбәте яҡшы: әйҙә ошоно эшләйек, әйҙә тегене ойошторайыҡ тип өҫтән төшмәҫ булды. Бер тотондомо - бөттө - уйлағанын эш итмәйенсә туҡтай белмәй. Һөйөү белмәҫ кешене лә үҙенә ғашиҡ итергә һәләтле. 
Ирекһеҙҙән, беҙ ҙә Пушкин геройына әйләндек: 

...поминутно видеть вас,
Повсюду следовать за вами,
Улыбку уст, движенье глаз
Ловить влюбленными глазами,
Внимать вам долго, понимать
Душой все ваше совершенство,
Пред вами в муках замирать,
Бледнеть и гаснуть... вот блаженство!

Ни әйтһәң дә аҙ булыр, беҙ бөгөн уға ошоно теләйнек: һәйбәт, бәхетле Әсә, Ҡатын, Бала, ә торараҡ өләсәй булып йәшәргә яҙһын. Тыуған көнөң менән, Татьяна. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас