Яңы Мораптал ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әнейебеҙ, әбейебеҙ Хәлиҙә Ғәлләм ҡыҙы БӘШИРОВАны 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙ, донъябыҙ һинең менән яҡты. Һөйөклөбөҙҙөң алсаҡлығын, тормошто яратыуына, көслө рухына һоҡланабыҙ. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, сабыр холҡоң, бөтәбеҙгә лә хәстәрлекле булғаның өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә беҙгә аҡыллы кәңәштәреңде биреп, рухи көс өҫтәп, балаларыңдың изгелеген күреп, хөрмәттәрен тойоп, бөгөнгөләй нур сәсеп, ныҡлы сәләмәтлектә, һаулыҡта, йән тыныслығында, оҙон ғүмерле булыуыңды теләйбеҙ.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙланмаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек көндәр үтә
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Гөлдәр, ейәнсәрҙәрең Римма, Регина, кейәүҙәрең Руслан, Рәфис һәм бүлә-бүләсәрҙәрең.