

Ҡотлоюл ауылы
Ғүмер буйы фельдшер булып эшләп, хаҡлы ялға сығыусы хөрмәтле коллегабыҙ Миңзифа Ғәзиз ҡыҙы Ибраһимованы 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Уға ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхетле мул тормош, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, изгелектәрен күреп, улар менән бергә бәрәкәтле имен тормошта, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, һәр атҡан таңға ҡыуанып, һөйөнөп кенә тормош иптәшен Дамир менән тигеҙ ғүмер кисерергә яҙһын.
Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын!
Оҙон булһын, тыныс булһын,
Яҡшылыҡта үтһен ғүмерең.
Иҫәнлектә рәхәтләнеп йәшә,
Гел киң булһын шулай күңелең.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт ауылы амбулаторияһы коллективы.