Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
13 Февраль 2022, 05:52

Йылмайыуҙан йөҙөң биҙәлһен!

Динә Нәғим ҡыҙы ҒӘҘЕЛӘЕВА ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшлек матур юбилейын билдәләй.

Йылмайыуҙан йөҙөң биҙәлһен!Йылмайыуҙан йөҙөң биҙәлһен!
Йылмайыуҙан йөҙөң биҙәлһен!
Яманһары ауылы
Ап-аҡ ҡарлы аҡ миҙгелдә Яманғол ауылында тыуып үҫеп, Яманһары ауылына килен булып төшкән Динә Нәғим ҡыҙы ҒӘҘЕЛӘЕВА ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшлек матур юбилейын билдәләй.
Өс балаға ғүмер биреп, үҫтереп, хәҙерге көндә ейәнсәрҙәрен генә түгел, 3 бүләһен дә күрергә насип булды уға.
Ауыл ерендә донъя көтөргә уңған, егәрле апайыбыҙ йортон гөлгә күмеп йәшәй. Ҡул эштәренә лә оҫта ҡәҙерлебеҙ. Уның сигеүле таҫтамалдары, япмалары, төрлө ойоҡбаштары, селтәр шәлдәре күҙ яуын алырлыҡ. "Башҡорт шәле - 2020" Республика фестивалендә Көйөргәҙе районына еңеү килтереп, диплом, бүләктәр алып ҡыуандырҙы. Районда үткән күп ҡул эштәре сараларында уның эштәре гран-при, диплом, маҡтау ҡағыҙҙары ала.
Эй апайлы булыуҙың рәхәтлектәре - ул яҡлаусы, ашатыусы, һыуҙан күтәреп алып сығыусы, әрләнеүҙә тәүҙә уға тейә, һауытыңа еләк йыйышыусы, йәнеңде йылытыусы.
Ошо матур байрамы менән беҙ ҡәҙерлебеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Киләһе көндәреңә шатлыҡ менән аяҡ баҫ, апай!
Һөйөнөстәр юлдаш булһын һиңә
Йылмайыуҙан йөҙөң биҙәлһен!
Һаулыҡ менән кисер ғүмереңде,
Күҙҙәреңдең нуры һүнмәһен.
Иң изге теләктәр менән һылыуҙарың Нәфисә менән Әнисә, кейәүең Ғаяз, һәм беҙҙең балаларыбыҙ.
 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас