

Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин ныҡлы терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп ҡала. Атайыбыҙ Муса мәрхүм менән матур донъя ҡороп, 6 балаға ғүмер бүләк итеп, үрнәк ғаилә булып йәшәнегеҙ һеҙ. Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күргән яҡыныбыҙға ауыр бала ҡайғылары ла кисерергә тура килде. Оҫта гармунсы булған, заманында ауылыбыҙ клубын гөрләтеп тотҡан Марат мырҙабыҙ беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан иртә китеп барҙы. Был оло ҡайғыны ғәзиз әсәйебеҙ сабырлыҡ менән күтәр белде. Беҙҙең һөйөклөбөҙ, киләсәк көндәреңдә башҡа ҡайғы-хәсрәт күрмәй, һаулыҡта, муллыҡта, күңел тыныслығы менән именлектә, балаларыңдың изгелеген, игелеген генә күреп йәшәргә Хоҙай насип итһен. Һиңә ошо матур байрамыңда һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң ҙурын, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ.
Яҡты донъяларҙы бүләк иттең,
Изгелектәр менән юл үрҙең.
Һәйбәт йөрөгөҙ, тип үҫтерҙең һин,
Йәшәр өсөн беҙгә көс бирҙең.
Һинең һүҙҙәр йәшәү көсө бирә,
Доғаларың һаҡлай фәрештәләй.
Һиңә булған рәхмәттәрҙе әйтеп,
Һинең алда баш эйәбеҙ, әсәй.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Һин булғанда өйөбөҙ нур сәсә.
Киләсәгебеҙ, терәгебеҙ булып
Йәшә, әсәй, йәшә йөҙгәсә!
Иң изге теләктәр менән киленең Айгөл, улың Илһам, ҡыҙҙарың Гөлсирә, Винера, Зөһрә, Гөләмзә, кейәүҙәрең Венер, Ришат, Минефәр һәм барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрең менән бүлә-бүләсәрҙәрең.