Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
15 Февраль 2022, 06:36

Рәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергә

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Ғөмәйрә Зиязитдин ҡыҙы ВӘЛИТОВАны күркәм оло байрамы - 85 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. 

Рәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергәРәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергә
Рәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергә

Әсәй тиеп әйтер кешең булыуы ниндәй бәхет бит ул донъяла. Балаларым тип йәшәйһең, бар тормошто нурға күмеп. Аллаһы Тәғәлә һине һаулыҡтан, күңел тыныслығынан, донъя ҡыуаныстарынан айырмаһын. Күңелең һис ҡасан борсолоуҙар белмәһен. Тормошобоҙҙоң ҡотон һаҡлап, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, аҡ бәхеттәргә бай, яҡты көндәр үткәреп, бәрәкәтле имен тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ерҙә ҡояш балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән балаларың Гүзәл, Зиннур, Фируз, Фируза, Юлиә, килендәрең Айгөл, Эльвира, барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрең һәм Ғәбидуллиндар, Маниндар, Гәрәевтар, Әбйәлиловтар ғаиләләре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас