Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
16 Февраля 2022, 06:57

Донъя именлеге юлдаш булһын

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әнейебеҙ, өләсәйебеҙ Гөлнәфис Зиннур ҡыҙы ҒӨБӘЙҘУЛЛИНАны тыуған көнө менан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. 

Донъя именлеге юлдаш булһынДонъя именлеге юлдаш булһын
Донъя именлеге юлдаш булһын

Ошо көндәрҙә әтейебеҙ, олатайыбыҙ Сабир Малик улы менән иңгә-иң терәп йәшәүҙәренә лә 40 йыл тулды. Шулай уҡ ошо көндәрҙә һылыуыбыҙ Фируза Сабир ҡыҙы ла үҙенең тыуған көнөн билдәләй.
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешеләребеҙгә барыһы өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә беҙгә аҡыллы кәңәштәрегеҙҙе биреп, рухи көс өҫтәп, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, хөрмәттәрен тойоп, бөгөнгөләй нур сәсеп, ныҡлы сәләмәтлектә, һаулыҡта, йән тыныслығында йәшәп, оҙон ғүмер юлын үтеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Оҙон ғүмер бирһен һеҙгә Хоҙай,

Һыҙланмаһын аяҡ-ҡулдарығыҙ,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрегеҙ.
Ағым һыуҙар кеүек көндәр үтә
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарыгыз Флүзә, Глүсә, Фируза, Гөлшат, улығыҙ Дамир, кейәүҙәрегеҙ Илдар, Финсур, киленегеҙ Гүзәл һәм 10 ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас