

Ҡәҙерлебеҙ! Матур байрам көнөндә һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, яҡты уй-хистәребеҙҙе юллайбыҙ! Ап-аҡ ҡарҙар яуып, бар тәбиғәт әкиәт илендә кеүек тылсымлы донъяға сорналған - мөғжизәле ҡыш миҙгелендә тыуғанғалырмы һин саф күңелле, йомарт, ярҙамсыл, сабыр холоҡло, изге күңелле кеше. Апай, йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең, күрһәткән ярҙамдарың өсөн һиңә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Шулай уҡ яңыраҡ 60 йәшлек юбилейын билдәләп үткән кейәүем, еҙнәбеҙ, бабайыбыҙ Сахавил Ҡаһарман улын да ысын күңелдән күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙгә алдағы тормошоғоҙҙа иҫәнлек, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә балаларығыҙҙың, туғандарығыҙҙың күңел йылыһын тойоп бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә!
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һеҙгә ғүмергә.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән әнейегеҙ Ғәтиә, мырҙаларың Зөфәр, Әхмәт, килендәрең Рәхимә, Филүзә һәм уларҙың балалары.