Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
18 Февраль 2022, 05:09

Иң яҡыны беҙгә һин генә

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ағайыбыҙ, кейәүем Азамат Хөрмәт улы ХӘБИЕВты ғүмеренең күркәм байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Иң яҡыны беҙгә һин генәИң яҡыны беҙгә һин генә
Иң яҡыны беҙгә һин генә

Ҡәҙерлебеҙ, һине ихлас күңелдән тәбрикләп, донъябыҙҙы нурлап иҫәнлектә-һаулыҡта, бәхет-шатлыҡҡа төрөнөп, ҡылған изгелектәреңдең һауабын алып, артабан да беҙҙе ҡыуандырып барлыҡта һәм бәрәкәтле тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Балаларыбыҙҙың яҡты киләсәген күреп, уларға һөйөнөп, ҡыуанып, килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә лә йәшә әле!
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә,
Тырышлығың, ихласлығың,
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Эльвира, балаларың Азат, Булат, Айгиз, Наҙгөл, Элина, Лиана, кейәүҙәрең Инсаф, Рөстәм, Ринат, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм ҡәйнәң Зилә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас