Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
18 Февраля 2022, 05:21

Йәшнәп йәшә был ерҙә

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ Илдар Янар улы ИСХАҠОВты - 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын куңелдән ҡотлайбыҙ! 

Йәшнәп йәшә был ерҙәЙәшнәп йәшә был ерҙә
Йәшнәп йәшә был ерҙә

Яҡыныбыҙ, һине ғүмер байрамың менән тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Һиңә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, нурлы көндәр, күңел көрлөгө, рух ныҡлығы теләйбеҙ. Килер көндәрең тыныс, күңел күгең аяҙ булһын. Яҡындарыңа терәк-таяныс булып, иҫәнлектә, һаулыкта, тормош матурлығынан йәм табып, ҡыуанып, ҡыуаныс өләшеп йәшә. Артабан да киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле, ярҙамсыл булып ҡал.
55 йәш - ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшәр сактарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Тура юлдан бара саптарын.
Әсәй фатихаһы, сәләмәтлек
Һинең менән булһын гел бергә.
Именлектә, ғаилә бәхетендә
Оҙак йәшә, йәшнә был ерҙә.
55 йәш ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныклы мәлдәре.
Ҡартай булып ейәндәргә
Татыу яҙһын йәшәү йәндәрең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зөлфиә, улдарың Вәсил һәм Салауат, ҡыҙың Юлиә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас