Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
18 Февраля 2022, 05:26

Ҡыйыу атла ғүмер түренә

Күгәрсен районы Дауыт- Ҡайып ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Яманһары ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙҙе, ҡәйнәбеҙҙе, өләсәйебеҙҙе, ҡартәсәйебеҙҙе Рабиға Ғәлләмитдин ҡыҙы ИҘРИСОВАны оло юбилейы менән ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ. 

Ҡыйыу атла ғүмер түренәҠыйыу атла ғүмер түренә
Ҡыйыу атла ғүмер түренә

Ҡәҙерле әсәйебеҙгә алдағы тормошонда һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ҡартлыҡтың иң күркәмен, көндәрҙең иң яҡтыһын, төндәрҙең иң тынысын, йән сихәты, донъя именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Алдағы көндәреңдә лә балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең уңыштарына һөйөнөп, изгелектәрен күреп, донъя рәхәттәрен татып, оҙон-оҙаҡ беҙгә терәк һәм кәрәк булып йәшәргә яҙһын.
Әсәй!
Ҡотлап һине оло байрамыңда
Ашығабыҙ тыуған нигеҙгә.
Хәтер-ебен һүтеп, сер алырға
Йыйылабыҙ һинең яныңа.
Ҡартлыҡ етте тейеп зарланма һин,
Зарланырлыҡ түгел бит донъя.
Бирешмә һин тормош елдәренә,
Ҡыйыу атла ғүмер түренә.
Беҙ теләйбеҙ һиңә сәләмәтлек,
Сәләмәтлек оло хазина.
Тормошобоҙ һинең менән яҡты,
Рәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас