Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
21 Февраль 2022, 08:56

Йәшә беҙҙе ҡыуандырып

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайым, олатайым, кейәүем Юрий Лутфрахман улы Тазетдиновты 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. 

Йәшә беҙҙе ҡыуандырыпЙәшә беҙҙе ҡыуандырып
Йәшә беҙҙе ҡыуандырып

Ынйы ҡарлы ҡыштың ҡояшлы көндәренең береһендә тыуғанға сабыр ҙа, ябай ҙа, кешелекле лә һин. Ихлас күңелле, туған йәнле ғәзиз кешебеҙ. Әсәһен ҡәҙерләп, һуңғы көнгә тиклем ҡарап, аҙаҡҡы юлына ла тәрбиәләп оҙатты ул. Күрһәткән изгелектәрең өсөн Хоҙай Тәғәлә үҙеңде лә ололаһын, тәнеңдән сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен. Киләсәктә лә тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, йәшәүҙән йәм табып, балаларыңа терәк булып, оҙаҡ йылдар иҫәнлектә-һаулыкта, беҙҙе ҡыуандырып йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Юбилейың менән ҡайнар ҡотлап
Беҙ теләйбеҙ ихлас күңелдән,
Ныҡлы һаулыҡ һәм дә оҙон ғүмер
Бәхет-шатлыҡтарға төрөнгән.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәүилә, ҡыҙың Регина, кейәүең Рөстәм, ейәнең Кәрим һәм ҡәйнәң Хәтифямал.

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас