

Яҡыныбыҙға ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, һаулыҡтың иң ныҡлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбеҙ.
Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде hәр саҡ яҡтыртып, балҡытып торһон!
Артабан да әлегеләй йомарт, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып ауырымай, hыҙланмай, беҙҙең менән бергә оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зөлфирә, улың Илдар, ҡыҙың Әлфиә, ейәнсәрең Рузинә, бабайың Закир, әбейең Әминә, ҡәйнешең Зинур.