

Абзый, һине ғүмер байрамың менән тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, нурлы көндәр, күңел көрлөгө, рух ныҡлығы теләйбеҙ. Килер көндәрең тыныс, күңел күгең аяҙ булһын. Рәсилә еңгәбеҙ менән иҫәнлектә, һаулыкта, балаларығыҙҙың изгелеген-игелеген күреп, тормош матурлығынан йәм табып, ҡыуанып, ҡыуаныс өләшеп йәшә. Артабан да киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле, ярҙамсыл булып ҡал! Бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, бергә-бергә ғүмер итергә яҙһын! Беҙ һине яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ!!!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң,
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгендә!
Иң изге теләктәр менән һылыуҙарың Рәсилә, Рәзилә, кейәүҙәрең Руслан, Раиль, мырҙаң Авзал, киленең Гөлнара һәм уларҙың балалары.