

Оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет-шатлыҡтар, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ! Гел шулай алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, ярҙамсыл булып ҡал!
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта!
Иң изге теләктәр менән балдыҙҙарың Гөлдәр, Луиза, бажаларың Ғәлинур, Әғләм һәм уларҙың балалары.