Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
25 Февраль 2022, 08:03

Бәхетебеҙ тулы һинең менән

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әнейебеҙ Руфина Марат ҡыҙы МИҺРАНОВАны тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! 

Бәхетебеҙ тулы һинең менәнБәхетебеҙ тулы һинең менән
Бәхетебеҙ тулы һинең менән

Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Ҡотло булһын тыуған көнөң!
Юлдарыңа ынйы һибелһен.
Тормошоңдың атҡан алһыу таңы
Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ғәфүр улдарың Айнур, Артур.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас