

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә киләсәктә ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, һаулыҡ, торомш ҡыуаныстары тулы оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Тормош юлың артабан да ҡыуаныслы мәлдәргә бай, хеҙмәтең менән матур булһын. Киләсәктә лә яҡындарыңа терәк-таяныс булып, уларҙәң изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән әнәйең Рәйфә, абзыйың Кәрим, еңгәң Әминә, апайың Рәлиә, еҙнәң Андрей һәм уларҙың балалары.