Әнейебеҙ бәләкәйҙән үк эшсән ҡыҙ булып үҫә. Бала саҡтан уҡ сигеү сигергә, тегергә, бәйләргә ярата. Ун дүрт йәшендә Федоровка районы Батыр ауылы колхозына һауынсы булып эшкә сыға һәм эшен намыҫлы башҡара, Маҡтау грамоталарына лайыҡ була.
1970-се йылда Таймаҫ ауылына килен булып төшөп, атайыбыҙ Шәкүр Шәүәли улы менән ҡауышып, егәрле ике йәш йөрәк, ең һыҙғанып эшләп, бик матур итеп донъя ҡороп ебәрәләр. Дүрт балаға: ҡыҙҙары Гөлнара, Айгөл, улдары Марат, Салауатҡа ғүмер биреп, яҡшы тәрбиәләп, үҫтереп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтыралар.
Матурлыҡты күрә белеүсе, бөхтәлекте, таҙалыҡты яратыусы әнейебеҙ гөл-сәскәләр үҫтерә, йылы ойоҡ-бейәләйҙәре менән беҙҙе ҡыуандыра, биҙәкле шәлдәрен, матур тәпешкәләрен бәйләп һөйөндөрә. Алтын ҡулдарың талмаһын, әней!
Аш-һыуға ла оҫта ул. Ҡәҙерлебеҙҙең өҫтәле һәр ваҡыт тәм-том менән тулы. Тәмле бәлештәр, аштар бешереп, асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала ул беҙҙе.
Әнейебеҙ хәстәрлекле ғүмер юлдашы. Туғандары, дуҫтары, күрше-тирә араһында ла уның абруйы ҙур. Ихласлығы, оло йөрәге һәр кемдең һөйөнөс-көйөнөстәрен һыйҙырырға, кәрәк ваҡытта беренселәрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, шуға күрә лә уны барыһы ла яҡын күрә, хөрмәт итә. Беҙҙе кеше итәм тип түккән көсө, кешеләргә күрһәткән изгелектәре үҙенә ҡот-ырыҫ булып ҡайтһын.
Ҡәҙерле әнейебеҙ, тормош иптәшем, өлсәйебеҙ! Һин беҙҙең өсөн һәр яҡлап та өлгө булып тораһың. Сабырлығың, беҙ тип янып көйөүҙәрең, йоҡоһоҙ төндәрең, ағарған сәстәрең өсөн һинең алдыңда баш эйәбеҙ. Һинең аҡыллы кәңәштәрең, йылы һүҙҙәреңә һәр ваҡыт мохтажбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Беҙ һине бик яратабыҙ, ғорурланабыҙ. Һинең беҙҙе ҡыуандырып йәшәгәнең өсөн мең рәхмәт! Һинең кеүек сабыр, саф күңелле кешеләр һирәктер был донъяла! Алла Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәй, һүрелмәй беҙгә балаларыңа, тормош иптәшеңә, ейән-ейәнсәрҙәреңә йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.
Әней! - тип әйтер кешең булыу,
Ниндәй бәхет бит ул донъяла.
Шатлыҡтарың булһа - уртаҡ була,
Ҡайғыларың булһа - юғала!
Уйлама әле ҡартаям тиеп
Шат, көләс бул, һүнмә, һүрелмә!
Ҡәҙер, хөрмәт күреп үтһен ғүмерең
Урындарың булһын гел түрҙә!
Ҡәҙерле әнейебеҙ! Һиңә ошо күркәм байрамың айҡанлы рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек, күңел тыныслығы, балаларыңдың, тормош иптәшеңдең, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелегенә, мәрхәмәтенә ҡойоноп, ҡәҙер-хөрмәттәр күреп, артабан да бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ. Гел шулай тормош матурлығына ҡыуанып, артабан да яҡындарыңа терәк булып, өйөбөҙҙөң ҡотон, именлеген һаҡлап, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең уңыштарына, шатлыҡ-ҡыуаныстарына һөйөнөп, татыу ғүмер кисерергә яҙһын. Аяҡ-ҡулдарың һыҙлауһыҙ, күгең аяҙ, яҡты, тыуар таңдарың имен булһын, күңелең һис ҡасан борсоу белмәһен. Аллаһы Тәғәлә ғүмереңә бәрәкәт, ҡот-ырыҫ, шәфҡәтле йөрәгеңә көс, йәшәү дәрте бирһен, сәләмәтлектән айырмаһын.
Юбилейың ҡотло булһын,
Ғүмерең үтһен шатлыҡта.
Ҡайғы күрмә, сирҙе белмә,
Һис бирешмә ҡартлыҡҡа.
Иң изге теләктәр менән балаларың, тормош иптәшең, килендәрең, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.