

Алтын туйҙарын ҡәҙерлеләребеҙ лайыҡлы ҡаршылай. Тормоштары күркәм, йәмле, донъялары ҡотло уларҙың. Әтей, әней, һеҙ торған йорт ҡыйығында һәр ваҡыт бәхет ҡошо ғына һайраһын, ырыҫ-бәрәкәтле көндәрегеҙҙе иман нуры яҡтыртһын.
Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, йәнтөйәгебеҙҙе һағынып ҡайтабыҙ, сөнки унда эш-ниәттәребеҙгә фатиха, юлдарыбыҙға йүнәлеш, ауыр саҡтарҙа еңеллек биреүсе Һеҙ бар.
Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙгә алдағы тормошоғоҙҙа ғаилә бәхете, тигеҙ ғүмер, бер-берегеҙгә таяныс булып, иңгә-иң терәшеп, бер-берегеҙҙең күңел яҡтыһын, йән йылыһын тойоп, иҫәнлектә-һаулыҡта, тыныслыҡта, муллыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Тыуасаҡ көндәрегеҙ яҡты, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булһын, Алла Тәғәлә һеҙгә ауырыу-һыҙланыу бирмәй артабан да йәшәүҙән йәм табып, балаларығыҙға, яҡындарығыҙға күрһәткән изгелектәрегеҙҙең игелеген күреп, уларҙың күңел йылыһын тойоп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен.
Һеҙҙең тормош юлы - матур тарих,
Күптәр өсөн өлгө булырлыҡ!
Рәхмәт, тибеҙ бар йөрәктән,
Һеҙҙең ғүмер - беҙҙең ғорурлыҡ!
Төрлө саҡты күргәнһегеҙҙер, әтей, әней,
Йөрәгегеҙҙә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшәгеҙ беҙҙең арала.
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләрегеҙ сылтырап аҡһын,
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен!
Ҡотлауҙар менән ҡыҙҙарығыҙ, улдарығыҙ, кейәүҙәрегеҙ, килендәрегеҙ, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ һәм барлыҡ туғандарығыҙ.