Изге теләктәребеҙҙе ҡабул ит

Зәк - Ишмәт ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улыбыҙ, ағайыбыҙ, бабайыбыҙ Рәмил Әхмәҙи улы Мәҡсүтовты күркәм юбилейы - 65 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Изге теләктәребеҙҙе ҡабул итИзге теләктәребеҙҙе ҡабул ит
Изге теләктәребеҙҙе ҡабул ит

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ Яҡшымбәт ауылында йәшәүсе Әхмәҙи һәм Гөльямал Мәҡсүтовтар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. 10- сы класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ совхоз - техникумға уҡырға инә. 37 йыл зоотехник булып эшләй. Тыуған ил алдындағы бурысын Чехославакияла намыҫлы үтәй.
Рәмил ағайыбыҙ Стәрлетамаҡ һылыуы Тәнзилә Фәрит ҡыҙына өйләнеп, 40 йылдан артыҡ матур итеп донъя көтәләр. Мәҡсүтовтар ғаиләһе 3 ҡыҙ һәм 1 ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр, бөгөн көндә улар 9 ейән һәм 3 ейәнсәргә олатай - өләсәй.
Ҡәҙерле ағай, һиңә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, һәр ваҡыт шулай изге күңелле, алсаҡ булып ҡал. Еңгәбез менән бер - берегеҙгә терәк булып, балаларығыҙҙың ҡыуаныс- шатлыҡтарына төрөнөп, сәләмәтлектә, йән тыныслығында оҙон ғүмер йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ҡотлау менән әсәйең, Айҙаровтар, Мәҡсүтовтар, Бикмаевтар, Фәтҡуллиндар ғаиләләре. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас