Таҙалыҡта үтһен йылдарың

Беҙҙең өсөн изге күңелле, асыҡ йөҙлө тормош иптәшем, атайыбыҙ, кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ, бабайыбыҙ, олатайыбыҙ Илгиз Шәһәп улы ИҪӘНСУРИНды 85 йәшлек оло юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. 

Таҙалыҡта үтһен йылдарыңТаҙалыҡта үтһен йылдарың
Таҙалыҡта үтһен йылдарың

Уға ғүмерҙең оҙонон, һаулыҡтың ныҡлыһын, шатлыҡтарҙың күбен, тормоштоң йәмлеһен, тыуаһы таңдарының матур, киләһе көндәренең тыныс булыуын, йән тыныслығы, ғаилә бәхете, иртәләре ҡояшлы, көндәре аяҙ, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәктә лә балаларының, яҡындарының изгелектәрен күреп, барыбыҙҙы ла ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә насип булһын. Бала сағың һуғыш осорона тура килеп, барлыҡ ауырлыҡтарҙы кисереп, уларҙы лайыҡлы үтеп 85-се яҙыңды ҡаршы алыуыңа беҙ бик шатбыҙ. Апай менән иңгә-иң терәшеп бергә 59 йыл матур ғүмер кисерҙегеҙ, өс балаға ғүмер биреп, уларҙы уҡытып, ныҡлы аяҡҡа баҫтырыуға ирештегеҙ. Һеҙ балаларығыҙға ғына түгел, беҙгә лә кәрәкһегеҙ һәм терәкһегеҙ.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет-шатлыҡ, ҡыуаныстар менән
Таҙалыҡта үтһен йылдарың.
Юбилейың менән ҡайнар ҡотлап,
Беҙ теләйбеҙ ихлас күңелдән:
Ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер
Бәхет-шатлыҡтарға төрөнгән.
Иң изге теләкәтәр менән тормош иптәшең Рафиға, улдарың, киленең, ҡәйенбикәң, балдыҙың, ҡәйнештәрең һәм уларҙың балалары, Солтангәрәевтар, Зәйнуллиндар ғаиләһе исеменән, Дилә менән Гәүһәр.

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас