

Уңған, сабыр йөрәкле, тырыш өләсәйемә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон, бәхетле ғүмер кисереүен теләйем. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен. Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, өләсәйем, миңә йәшәү нуры биргәнең өсөн. Киләсәктә лә күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, миңә тормош сығанағы булып йәшәргә насип булһын.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәм дә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Минең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Иң изге теләктәр менән ейәнсәрең Аделина.