

Яҡыныбыҙ, һине ғүмер байрамың менән ҡотлап йөрәк түренән сыҡҡан иң – иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!Һиңә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, күңел көрлөгө, изге ниәттәреңдең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Яҡындарыңа ныҡлы таяныс булып, тормоштан йәм, тәм табып, балаларыңдың ҡәҙер –хөрмәтендә, апайыбыҙ, инәйебеҙ Миңлегөл менән оҙон ғүмер кисереп, яҡындарыңдың ихтирамына һөйөнөп, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып йәшәргә насип булһын.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Насип булһын һеҙгә ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән Солтанғоловтар ғаиләһе.