Ҡыуаныслы мәлдәрең күп булһын

Ҡәҙерле кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, әсәйебеҙ, һөйөклө ҡыҙым, туғаным Ләйсән Өлфәт ҡыҙы МЫРҘАҒОЛОВАны 35 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡыуаныслы мәлдәрең күп булһынҠыуаныслы мәлдәрең күп булһын
Ҡыуаныслы мәлдәрең күп булһын

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, һаулыҡ, тормош ҡыуаныстары тулы оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Тормош юлың артабан да ҡыуаныслы мәлдәргә бай булһын. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, маҡсаттарыңды, хыялдарыңды тормошҡа ашырыр, көс-көҙрәтең һүрелмәһен, һүнмәһен, баҫҡан аҙымдарың ышансылы булһын. Ғүмер үрҙәреңдә шатлыҡ, ҡыуаныстар менән артылырға яҙһын. Киләсәктә лә яҡындарыңа терәк-таяныс булып, уларҙың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Изге теләктәр менән әнейең Флүрә, абзыйың Наил, тормош иптәшең Сабирйән, ҡыҙҙарың Айгөл, Наҙгөл, улың Нурислам һәм барлыҡ туғандарың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас