

Беҙ уны был күркәм ғүмер байрамы hәм 8 Март менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уға ныҡлы hаулыҡ, оҙон, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ. Бик егәрле hәм әүҙем ағинәй ул, ауылда үткәрелгән бөтә сараларҙа ла ҡатнаша. Нисек өлгөрәлер ул: мал-тыуары ла бар, күпләп ҡош-ҡорт алып үҫтерә, ҙур ғына йәшелсә-емеш баҡсаhын да тәрбиәләй. Үҙе кеүек егәрле, эшhөйәр 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, уларҙы уҡытып, туйлап кейәүгә биреп ҙур тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Хәҙер инде 5 ейән-ейәнсәренә яратҡан өләсәй булып, балаларына терәк булып йәшәй. Беҙ уға балаларының изгелеген күреп оҙон-оҙаҡ йәшәүен, матур бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Түбәнге Баба ауылы ағинәйҙәре.