

Әтейебеҙҙең бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килгән, барлыҡ ауырлыҡ уның 4 бала менән тол ҡалған әнейенең иңенә төшкән. Балаларым туҡ, яланғас булмаһын тип тир түгеп эшләгән, тырышҡан. Үкенескә әтейҙәре һуғыш ҡырҙарында ятып ҡала. Мәктәпте тамамлағас әтейебеҙ шофер һөнәрен үҙләштереп, тырышып эшләй башлай. Шул йылдарҙа ул үҙенең тормош юлдашын, Зәктең иң сибәр, иң уңған ҡыҙын, әнейебеҙҙе осрата. Бер-береһен өҙөлөп яратҡан парҙар ҡауышып, бик матур итеп йәшәй башлайҙар. Икәүләшеп тырышып эшләп, үҙ көстәре менән йорт һалып керәләр, аллы-артлы улдары, ҡыҙы тыуа. Беҙҙең әтейебеҙҙең ҡулынан килмәгән эше юҡ, ниндәй генә эшкә тотонһа ла еренә еткереп эшләй. Бик тырыш, егәрле, хәстәрлекле ул һәм беҙҙе балаларын да эш һөйөргә өйрәтте ул. Рәхмәт әтей, әней беҙгә шундай тәрбиә биргәнегеҙ өсөн! Беҙ һеҙҙе бик хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ! Әнейебеҙ Фәйрүзә менән бергә 57 йыл татыу йәшәйҙәр. Беҙ, балаларын тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам иттеп, хәҙер барыбыҙ ҙа ғаиләле, үҙебеҙҙең балаларыбыҙ үҫеп буй еттеләр. Әтейебеҙ һине күркәм юбилейың менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, балаларыңдың изгелеген, ҡәҙер хөрмәтен күреп, әнейебеҙ менән бергә йәшә лә йәшә әле Әтей. Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло бер терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк булһа,
Һин бит Әтей беҙгә бик кәрәк.
Ҡотлауҙар менән тормош иптәшең, ҡыҙың, улдарың, кейәү, килендәрең һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.