Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ, яҡын әхирәтебеҙ Эльфира Мәхмүт ҡыҙы ТҮЛӘГӘНОВАны - 55 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһенКөндәреңде шатлыҡ биҙәһен
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Яҡыныбыҙ, ғаиләһендә уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, тормош иптәшенә ышаныслы ҡатын, туғандарына һәм дуҫтарына ярҙамсыл, шәфҡәтле һәм сабыр, тырыш һәм талапсан, ауырлыҡтарға баш эймәүсе ҡатын.
Ҡәҙерле әхирәтебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ. Донъя рәхәтлектәре кисереп, балаларыңа, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, уларҙың изгелектәрен, ҡәҙер-хөрмәттәрен күреп, артабан да бәхетле ғүмер кисерергә насип итһен.
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек - ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән әхирәттәрең. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас