Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Гел шулай бөгөнгөләй тормош матурлыҡтарына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, дәртеңде, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә.
Әсәй, һиңә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ғүмер,
ауырымай-һыҙланмай, күңел тыныслығында, балаларыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, ейән-ейәнсәрҙәреңә яратҡан өләсәй булып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай Тәғәлә ғүмереңә бәрәкәт, шәфҡәтле йөрәгеңә — көс, йәшәү дәрте бирһен.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Ильдус, улдарың Рөстәм, Ринат, ҡыҙҙарың Земфира, Ләйсән, киленең Инга, көйәүҙәрең Руслан, Руфат, ейәңдәрең Сабрина, Вадим, Алмаз.