

Тыуаһы таңдарың шатлыҡ-ҡыуаныстар, күңел тыныслығы, һаулыҡ, балалар шатлығы, ғаилә именлегенә мул булһын! Киләсәк тормошта оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡоҙабыҙ Илдус менән тигеҙ, шатлыҡ-бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ҡотло булһын матур юбилейың,
Юлдарыңа ынйы һибелһен.
Тормошоңдың атҡан алһыу таңы
Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен !
Ғүмерҙе бит йылдар билгеләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән ҡоҙаң Урал, ҡоҙағыйың Рәшиҙә, улың Рөстәм, киленең Инга, ейәнсәрең Сабрина менән ейәнең Вадим.