

Ҡәҙерлебеҙ һәр ваҡытта ла яҡты йөҙлө, алсаҡ, мәрхәмәтле, ҡунаҡсыл, туғандары, яҡындары өсөн йән атып тора. Йылы һүҙҙәренән, файҙалы кәңәштәренән, ярҙамынан берәүҙе лә айырмай. Һин бит беҙҙең донъябыҙға ҡот өҫтәүсе, күңелебеҙҙе йылытыусы, оло йөрәкле ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙ!
Һөйөклөбөҙгә тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр холоҡло булып, атҡан таңдарға, ап-аҡ ҡарҙарға, матур яҙҙарға, ташҡын һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмереңә һис тә үкенмәй, беҙҙең, балаларыңдың изгелектәрен күреп, бөгөнгөләй йомарт күңелле, мөләйем йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ, бәхет-шатлыҡтарға төрөнгән ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, һинең фатихаларың аҙымдарыбыҙҙы ышаныслы, бәхетебеҙҙе тулы, уйҙарыбыҙҙы яҡты итә.
Ғүмереңдең күркәм байрамы менән ҡотлап, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, беҙгә терәк булып, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон оҙаҡ йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Әсәйебеҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, әсәй,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып,
Оҙаҡ йәшә беҙҙен арала.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Рита, Айгөл, улың Рәмил, кейәүҙәрең Айнур, Рөстәм һәм ейәндәрең менән ейәнсәрҙәрең.