

Беҙ, балалары, үҙебеҙҙең бәхетле үткән бала сағыбыҙ өсөн, атайыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ул беҙҙең өсөн хәстәрлекле атай, олатай, ныҡлы терәк-таянысыбыҙ булды.
Атайыбыҙ бар кешегә лә изгелекле, ихлас, асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл булды. Шуға күрә уны барлыҡ туғандар ҙа, ауылдаштары ла ихтирам һәм хөрмәт итте.
Оҙаҡ йылдар, һаулығын юғалтыу сәбәпле, ул тыуған ауылыбыҙҙа йәшәүсе туғаныбыҙ Зилфәт һәм киленебеҙ Гүзәлиә ҡарамағында булды. Беҙ туғаныбыҙға, айырыуса атайыбыҙҙы һуңғы көнгәсә тәрбиәләгән киленебеҙ Гүзәлиәгә ҙур рәхмәтлебеҙ. Барлыҡ күрһәткән изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын.
Шулай уҡ атайыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатҡанда ҙур ярҙам күрһәткән барлыҡ ауылдаштарыбыҙға, Яманһары ауылы халҡына, айырыуса оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашып килгән туғандарға, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙға ҙур рәхмәтлебеҙ.
Һеҙҙең барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, ил тыныслығы теләйбеҙ.
Атайыбыҙҙың ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын.
Мәрхүмдең балалары.