

Уңған, тыңғыһыҙ, хәстәрлекле, икеһе лә уҡытыусы һөнәрен яратып башҡарып, хаҡлы ялға сығыусы коллегаларыбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, балаларының изгелектәрен, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, яҡындары менән бәрәкәтле, имен тормошта оҙон бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ.
Иртәләрегеҙ – ҡояшлы, килер көндәрегеҙ – көләс, кистәрегеҙ – айлы, уйҙарығыҙ – яҡты, күңелегеҙ тыныс булһын!
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Насип булһын һеҙгә ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән Зәк-Ишмәт ауылынан Рәхимовтар һәм Яңы Таймаҫ ауылынан Араптановтар ғаиләләре.