Булһаң ине сикһеҙ бәхетле

Зәк-Ишмәт ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, әтиебеҙ, бабайыбыҙ Фәрит Фәтхетдин улы ӘБСӘЛӘМОВты 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. 

Булһаң ине сикһеҙ бәхетлеБулһаң ине сикһеҙ бәхетле
Булһаң ине сикһеҙ бәхетле

Ҡәҙерлебеҙ, байрамың менән тәбрикләп, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың һәм оноҡтарыңдың күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисерүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын. Тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң һәр вакыт аяҙ булһын. Киләсәктә лә гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, оло йөрәкле булып йәшә!
Аҡыллы ла, сабыр ҙа һин,
Тыйнаҡ һәм итәғәтле.
Ғүмерең буйҙарыңа һау-сәләмәт,
Булһаң ине сикһеҙ бәхетле.
Юбилейың ҡотло булһын,
Йөҙҙәреңдә бәхет балҡыһын.
Изге, мәрхәмәтле йөрәгеңдә
Һис һүнмәһен ҡояш яҡтыһы.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гүзәл, ҡыҙҙарың Сабина, Алина, Камила, кейәүең Айҙар һәм ейәнең Алан.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас