Беҙ бәхетле тик һин булғанға

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Раушан Әлфит улы ИСЛАМОВты 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Беҙ бәхетле тик һин булғанғаБеҙ бәхетле тик һин булғанға
Беҙ бәхетле тик һин булғанға

Уға ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, аҡ бәхеттәр, барыбыҙҙың да күңел йылыһын тойоп, изгелек күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Киләсәгең ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр саҡ аяҙ булһын, гел шулай йомарт, асыҡ йөҙлө булып, беҙҙе һөйөндөрөп йәшә.
Кешелекле бит һин, изге йәнле
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән изге кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Әлфирә, ҡыҙҙарың Гөлфиә, Гүзәл, Айгөл, улың Фәнис һәм ейәнсәрҙәрең.

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас