Һин беҙгә бик кәрәк

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, яратҡан әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем Фәүзиә Рәкит ҡыҙы ҒҮМӘРОВАны күркәм байрамы - 60 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Һин беҙгә бик кәрәкҺин беҙгә бик кәрәк
Һин беҙгә бик кәрәк

Ҡәҙерлебеҙ! Матур байрам көнөндә һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, яҡты уй-хистәребеҙҙе юллайбыҙ! Гел шулай бөгөнгөләй тормош матурлыҡтарына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә-һүрелмәйенсә, һәр саҡ шулай беҙгә йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ. Киләсәктә лә беҙҙе ҡыуандырып, беҙҙең күңел йылыбыҙға сорналып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлығына ғына төрөлөп бәхетле тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булhын. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле булып ҡал, нурлы йылмайыуың йөҙөңдән һис ҡасан китмәһен!
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Иң изге теләктәр менән улың Марат, киленең Олеся, ейәнең Динар, ейәнсәрең Эльвина, ҡыҙың Фәнзиә, кейәүең Илдар, ейәнсәрҙәрең Разалия, Айгөл. тормош иптәшең Радик, ҡыҙың Гөлназ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас