Шатлыҡтарға төрөнөп йәшәгеҙ!

Хөрмәтле Абдул ауылы старостаһы Азат Лотфрахман улы НИҒМӘТУЛЛИНды матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлап йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Шатлыҡтарға төрөнөп йәшәгеҙ!Шатлыҡтарға төрөнөп йәшәгеҙ!
Шатлыҡтарға төрөнөп йәшәгеҙ!

Уға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, имен тормош, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ.
Ул ышаныслы, хәстәрлекле ғаилә башлығы, өлгөлө әтей, ейәндәре өсөн өҙөлөп торған ҙур әтей. Киләсәк тормошонда ла баларының изгелеген күреп, бәхет-шатлыҡҡа төрөнөп, яҡындарының терәге булып, имен, ырыҫлы тормошта йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Юбилейығыҙ менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөгөҙ үтһен бәхет менән,
Йәшәгеҙ шатлыҡтарға төрөнөп.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгегеҙ,
Ауырлыҡтар һеҙҙе урап үтһен,
Ҡабул булһын барлыҡ теләгегеҙ.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт ауыл биләмәһе хакимиәте.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас