

Яҡыныбыҙ, һине ғүмер байрамың менән ҡотлап йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙгә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, күңел көрлөгө, изге ниәттәрендең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Яҡындарыңа ныҡлы таяныс булып, тормоштан йәм, тәм табып, балаларыңдың изгелектәрен күреп, ейәнсәрҙәреңдең уңыштарына ҡыуанып, якындарыңдың ихтирамына һөйөнөп, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып йәшәргә насип булһын.
Юбилейың менән ҡайнар ҡотлап,
Беҙ теләйбеҙ ихлас күңелдән:
Ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер,
Бәхет шатлыҡтарға төрөнгән.
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һине яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләрең сылтырап аҡһын,
Мәңге, мәңге һыуы кипмәһен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшен Гүзәлиә, ҡәйнәң һәм балаларың.