Ҙур шатлыҡтар һине ҡаршы алһын

Ҡәҙерле ҡоҙабыҙ, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Хәбир Зинур улы АЛТЫНБАЕВты күркәм тормош байрамы 60 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҙур шатлыҡтар һине ҡаршы алһынҘур шатлыҡтар һине ҡаршы алһын
Ҙур шатлыҡтар һине ҡаршы алһын

Хәбир Зинур улы матур һәм ҡатмарлы тормош юлы үтте. Тормош иптәше менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балалары атай тип өҙөлөп торалар.
Ҡәҙерле ҡоҙабыҙ, әтейебеҙ, олатайыбыҙ, юбилейың ҡотло булһын! Ғүмер йомғағың һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға тәгәрәһен. Атыр таңдарың, күңелең – тыныс, ҡояшлы йөҙөң һәр ваҡыт көләс булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәйенсә, ауырыу-һыҙланыу белмәй, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә терәк булып, уларҙың изгелектәрен күреп, уңыштарына шатланып, тормош матурлыҡтарын татып, оҙон һәм бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын оло юбилейың,
Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар.
Әгәр булһа төрлө борсолоуҙар
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Килер көндәрең бәхет менән тулһын,
Ҡояш һипһен бөтмәҫ йылыһын.
Сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстың
Хоҙай бирһен һиңә олоһон!
Иң изге теләктәр менән ҡоҙаң, ҡоҙағыйың, Илнар кейәүең, Тимур ҡоҙаң, Розалия ҡыҙың һәм ейәнсәрҙәрең Әминә менән Сафина.

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас