

Уға ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер, гел шулай матур, тормош яратыусан, дәртле, эшсән, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡәҙерле әней, өләсәй булып ҡыуанып йәшәргә яҙһын.
Ҡәҙерле апайыбыҙ, һин беҙгә бик кәрәк һәм дә беҙҙең өсөн ҙур терәк . Йөҙөңдән бер ҡасан да йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Тормош иптәшең Радик еҙнә менән иңгә-иң терәшеп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп оҙон ғүмер кисерегеҙ.
Яҙҙың сыуаҡ иркә ҡояшындай
Һин бит беҙгә ғәзиз, ҡәҙерле.
Килер көндәрең дә яҡты булһын,
Бер ҡайғыһыҙ, матур ғүмерле.
Үткән юлың матур сәскә кеүек,
Алдағыһы булһын матурыраҡ.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Шатлыҡтарҙы тағы мулыраҡ.
Иң изге теләктәр менән әтейең Рәкит, әнейең Гөлсирә, һылыуҙарың, кейәүҙәрең, мырҙаң, киленең, барлыҡ туғандарың, яҡындарың исеменән Мөрсәлимовтар ғаиләһе.