

Беҙ һеҙҙе төплө аҡыл менән эш иткән, сабыр холоҡло, көслө ихтыярлы, кешелекле һәм кеселекле шәхес булараҡ хөрмәт итәбеҙ. Изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, аҡыллы кәңәшсе, яҡындарығыҙға терәк-таяныс булып, ҡәҙер-хөрмәттә, имен тормошта һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға, яуған ҡарҙарға һоҡланып, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, иҫәнлек-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын. Киләсәк көндәрегеҙ яҡты, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булһын.
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен,
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Өмөт йондоҙҙары балҡып торһон,
Йыраҡ йөрөһөн һеҙҙән һағыштар.
Мулдан булһын һеҙҙең өлөшөгөҙгә
Яҙмыш яҙған бәхет-шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбле коллективы.