Балҡып торһон һәр саҡ йөҙҙәрең

Һөйөклө тормош иптәшем, әниебеҙ, ҡарт әниебеҙ Фируза Ғәлиәхмәт ҡыҙы ӘҘЕҺӘМОВАны 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ! 

Балҡып торһон һәр саҡ йөҙҙәреңБалҡып торһон һәр саҡ йөҙҙәрең
Балҡып торһон һәр саҡ йөҙҙәрең

Ҡәҙерлебеҙгә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон. Таң елдәренең наҙлыһы, йән тыныслығы, сикһеҙ бәхеттәр, эшеңдә ҙурҙан-ҙур уңыштар, яҡшы, күтәреңке кәйеф юлдаш булһын һиңә. Бөтөн ғүмереңде, көсөңдө кешеләр бәхете өсөн биргән гүзәл зат булараҡ эскерһеҙлегең, ихласлығың, яғымлылығың менән кешеләр күңелен яуланың. Һәр вакытта ла шулай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле булып ҡал. Алға табан да шатлыҡта, ҡыуаныста, бәхеттә йәшәргә яҙһын һиңә! Мең йәшә!
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Яҡты булһын килер көндәрең.
Бәхет, шатлыҡ һәр саҡ юлдаш булһын,
Балҡып торһон һәр саҡ йөҙҙәрең.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Радик, улдарың Нияз, Рәмил, киленең Әлфиә, ейәнсәрең Асия.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас