Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ғаилә именлеге, йән тыныслығы, ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек, эшеңдә ҙур уңыштар ғүмер буйы юлдаш булһын. Һәр ваҡытта шулай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле, ихтирамлы һәм иғтибарлы булып, тормош иптәшеңдең, улыңдың, туғандарыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, мул тормошта йәшәүеңде Хоҙай насип итһен.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош-
Беҙҙең һиңә әйтер теләктәр.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен.
Күңелеңдә булған бар теләгең
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Иң изге теләктәр менән әнейең Фәриҙә, әтейең Әхәт, мырҙаң Рифат һәм барлыҡ туғандарың.