

Уңған, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, имен, бәрәкәтле тормошта донъябыҙҙы нурлы итеп бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Беҙгә йылылыҡ өләшеүсе лә һин, ихлас хәстәрлегең үҙеңә лә ҡот-ырыҫ булып ҡайтһын. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, атыр таңдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡтарға ғына тулып тәгәрәһен. Йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Ҡотло булһын юбилейың,
Тыуған көнөң - ғүмер байрамың.
Ҡабул ит һин беҙҙең ҙур бүләкте,
Изге теләктәрҙең бәйләмен.
Ауырлыҡтар урап үтһен һине,
Тик уңыштар юлдаш булһындар.
Атыр таңдар, барыр юлдарың,
Шатлыҡтарҙан ғына торһондар.
Ерҙә һин булғанға донъя гүзәл,
Барыбыҙға ныҡлы терәк һин.
Хоҙай һиңә һаулыҡ бирһен,
Һин бит беҙгә шундай кәрәкһең.
Иң изге теләктәр менән улың Руслан, Исмәғиловтар, Муратовтар ғаиләләре.