Көндәрең өмөт менән тулы булһын

Хөрмәтле әсәйемде - Рәмзиә Ғәйнулла ҡыҙы ВӘЛИТОВАны күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайым! 

Көндәрең өмөт менән тулы булһынКөндәрең өмөт менән тулы булһын
Көндәрең өмөт менән тулы булһын

50 йыл элек ата-әсәйең һиңә, кешелә була торған иң ҡиммәтле нимәне - ғүмер бүләк иткән. Бүләгеңде юҡҡа сарыф итмә, уны мәғәнәгә, бәхетле көндәргә, мөхәббәткә һәм ҡыҙыҡлы мажараларға тултырып йәшә. Һәр саҡ йөрәгеңде тыңла. Хыялдарыңды тормошҡа ашырырға яҙһын. Башҡарған һәр эшеңдән күңелең ҡанатланһын, эсеңдәге күбәләктәр танго бейеһен. Көс-ҡеүәтеңде һәм һәләтеңде донъяға бүләк ит. Һөйөү һәм намыҫ менән йәшә.
Ҡәҙерлем, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдын изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Ҡотло булһын тыуған көнөң!
Иң изге теләктәр менән улың Руслан.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас