

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе
һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Гел шулай бөгөнгөләй тормош
матурлыҡтарына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай,
күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә.
Әней, һиңә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ғүмер,
ауырымай-һыҙланмай, күңел тыныслығында, балаларыңдың изгелеген
күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, ейән-ейәнсәрҙәреңә яратҡан өләсәй
булып, әтейебеҙ менән бергә бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай Тәғәлә ғүмереңә бәрәкәт,
шәфҡәтле йөрәгеңә — көс, йәшәү дәрте бирһен.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Илшат, ҡыҙҙарың Зинира, Эльвира, кейәүҙәрең Фәнил, Әлмир, улың Ильвир, киленең Диана һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.